Библиотекарь рекомендует

Библиотекарь рекомендует

2020 йылда илебеҙ иҫтәлекле ваҡиға- Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләп үтә.

Шул уңайҙан, хөрмәтле китап уҡыусылар, һеҙгә һуғыш тураһында китаптар тәҡдим итәбеҙ:

Абдуллин, И. [Текст]: Әҫәрҙәр, романдар. – Өфө: «Китап», 1998. – 640 б. - 1 т.

Абдуллин, И. ӘҫәрҙәрТанылған прозаик һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ибраһим Абдуллиндың һайланма әҫәрҙәренең 1 томына «Тол ҡатындар иламай» һәм «Ҡош Юлынан барам» исемле романдары индерелгән.

Ғиззатуллин, И.Ғ. Үлгәндән һуң утыҙ йыл[Текст] : повесть, хикәйә / Ибраһим Ғиззәтуллин. – Өфө: Китап, 2018. – 248 б.

Ғиззатуллин, И.Ғ. Үлгәндән һуң утыҙ йылЯҙыусы автобиографик повесында үҙ яҙмышы миҫалында тарихтағы фажиғәле ваҡиғалар хаҡында бәйән итә. Әҫәрҙең үҙәгендә һуғыш темаһы. Яҙыусы Фәһим Гигазин образында йәштәрҙә батырлыҡ, түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылышлылыҡ тәрбиәләүҙә, кешеләрҙә мөмкин булмаҫтай тойолған эштәрҙе лә, ысынлап тотонһаң, атҡарып була икәненә инандыра.

Ғиләжев М. Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ ай [Текст]: повесть, очерктар. – Өфө: Китап, 2005. – 272 б.

Ғиләжев М. Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ айИлебеҙҙең немец баҫҡынсыларынан азат ителгән республикаларына, өлкәләренә хөкүмәт, партия ҡушыуы буйынса ярҙам күрһәтелә башлай.

Был йәһәттән Башҡортостандың да өлөшө ифрат ҙур.

Учалы районынан бер төркөм кеше, һигеҙ ай буйы меңәрләгән саҡрымдарҙы йәйәүләп үтеп, 450 баш һыйыр малын Украинаға ҡыуып илтә.

Юлдағы хәүефле хәлдәрҙе, сиктән тыш ауырлыҡтарҙы тик ҙур сыҙамлыҡ, маҡсатҡа тоғролоҡ, намыҫлылыҡ арҡаһында ғына еңеп була.

«Алтын йондоҙ балҡышы», «Еңеү көнө» очерктарында ябай ауыл кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеүҙән һуң күрһәткән тиңһеҙ батырлыҡтары тасуирлана.

Ғиниәтуллин, Т. Һин аҡ ҡайын янында тора инең... [Текст]: повестар, хикәйәләр. – Өфө : Китап, 2007. – 528 б.

Ғиниәтуллин, Т. Һин аҡ ҡайын янында тора инең...Башҡорт һәм рус прозаһының күренекле вәкиленең был китабының үҙәгендә һуғыш, һуғыш ҡалдырған тән һәм йән яралары, шулай уҡ саф мөхәббәт тойғолары йөрөткән кеше яҙмыштары.

Ильясов, С.М. Биғылый [Текст]: роман, повестар, хикәйәләр / С. М. Ильясов. – Өфө : Китап, 2016. – 460 б.

Ильясов, С.М. БиғылыйЫсын хәл-ваҡиғалар нигеҙендә яҙылған драма. Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең аяныслы тормошо һәм үлеме тураһында бәйән итә автор был романда.

«Үҙ күҙем менән күргәнде яҙҙым. Биктимер, романдың төп геройы, үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡайны. Сөнки тапһалар атырҙар, тип ҡурҡа ине. Хөкүмәттән бер ниндәй ярҙам да, яҡлау ҙа тапмаған һуғыш һалдаты.Урман кешеһенә биргән вәғәҙәмде тотоп, романды ул үлгәс кенә яҙып сығарҙым,»- тип һөйләй автор.

Поварисов, С.Ш. Һайланма әҫәрҙәр [Текст] : роман – хәтирәләр / С. Поварисов – Өфө: Китап, 2015. – 752 б. – 3 т.

Поварисов, С.Ш. Һайланма әҫәрҙәрБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың «Һайланма әҫәрҙәр»енең 3 томына «Яҙмыш ҡорбандары», «Ут эсендәге мөхәббәт» роман –хәтирәләре индерелгән.

Автор Башҡортостандың Иглин районында формалашҡан 469 –сы миномет полкының Курск дуғаһындағы героик көрәшен сағылдыра.

«Фашизмды ҡорал менән генә түгел, Ватанға булған ҡайнар мөхәббәт, рухи ныҡлыҡ менән дә еңдек,» - ти фронтовик- яугир.

Шулай уҡ һеҙҙе, хормәтле китап һөйөүселәр, тормош, ауыр яҙмыштар, мөхәббәт хаҡында китаптар уҡырға саҡырабыҙ.

Баймөхәмәтов, А.Ғ. Ҡалдырма, әсәй! [Текст]: повесть / А. Ғ. Баймөхәмәтов. – Өфө : Китап, 2016. – 160 б.

Баймөхәмәтов, А.Ғ. Ҡалдырма, әсәй!Йәш ижадсының тәүге повесы балалар йортондағы көндәлек тормош хаҡында. Уның төп геройы - Ильяс. Ата-әсәһе вафат булғас, балалар йортонда тәрбиәләнә. Әммә бындағы тормош ал да гөл түгел.Ҡайһы бер тәрбиәселәрҙең ҡаты бәғерлеге, вайымһыҙлығы малайҙың күңелен аҡтара. Яҡын дуҫы менән булған фәжиғә бигерәк тә тетрәндерә. А.Баймөхәмәтовтың был фәһемле һәм бик тә ғибрәтле әҫәре күптәрҙе уйландырыр һәм фәһем бирер тип өмөмтләнәбеҙ.

Ғарипова, Т.Х. Бөйрәкәй [Текст]: роман – эпопея / Т.Х. Ғарипова. – Өфө : Китап, 2015. – 760 б.

Ғарипова, Т.Х. Бөйрәкәй«Бөйрәкәй» роман-эпопеяһында бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүере күрһәтелә. Роман - тормоштоң төрлө ҡатламындағы, төрлө йәштәге, ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы характерлы ҡатын-ҡыҙ образдарының галереяһы. Әҫәр тема яңылығы, сағыу образдары менән дә үҙенә йәлеп итә.

Сәғитов Т.Б. Иман [Текст]: роман / Т.Б. Сәғитов. - Өфө: Полиграфия комбинаты нәшриәте, 1996. – 336 б.

Сәғитов Т.Б. ИманЯҙыусының әҫәре йәмғиәттә әҙәп һәм әхләҡ, тәрбиә һәм иман мәсьәләлрен күтәреп, замандаштарыбыҙҙың рухи донъяһы хаҡында уйландыра. Бер ғәиләнең аяныслы яҙмышы аша 80-се йылдарҙағы тормош ысынбарлығы ҡуйы буяуҙар менән хикәйәләнә.

Яҡупова, Г.М. Ҡатындар [Текст] : трилогия / Г.М. Яҡупова. – Өфө: Китап, 2013. – 728 б.

Яҡупова, Г.М. ҠатындарБыл трилогия "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогия - ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил яҙмышы менән бәйләп, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе, тәбиғәттең һәм кешелектең асылын, ҡиммәтен, бәҫен һеңдерерлек итеп аңлатырҙай, күңелдәргә аҙыҡ булырҙай әҫәр. "Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән роман.


пн

вт

ср

чт

пт

сб

вс

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

11

12

13

14

15

16

17

18

19

20

21

22

23

24

25

26

27

28

29

30

31

Игровая программа «Шоколадная сказка»

Карта сайта
Продолжая использовать данный сайт, Вы даете согласие на обработку своих персональных данных.